– ¬Тағы бер минут, һәм был иртәң мине күрмәйенсә башланыр ине. Ниңә шулай оҙаҡ йоҡлайһың? Туҡылдатып тороп бармаҡтарым ауыртып бөттө.
–¬Һаумыһығыҙ, Тамара инәй! – Дим, күрәһең, кемгә һәм кем туҡылдатҡанын асыҡларға сыҡҡан күршеһе менән иҫәнләште. – Ниңәлер бөгөн ҡаты йоҡлағанмын, төнөн күҙ ҙә йома алмай яттым шул,– егеттең хәтеренә үткән кистәге тауыштар төштө.
– Сәй тәҡдим итеп торма, былай ҙа һине уятам тип оҙаҡ тороп ташланым. Трамвай ҙа килә, бөгөнгө беренсе параға һуңларға ярамай. Пока! – Гөл рюкзагын ҡулына алып йүгереп китте. Бахыр студент, шәмбе көн беренсе дәрескә бара.
Тамара әбей аяғы аҫтына өс тапҡыр төкөрөп ҡапҡаһына ниндәйҙер үлән бәйләмен элеп ҡуйҙы. Дим артыҡ күҙәтеүҙәргә бирелмәй ҡорғанын тартып, кире әүен баҙарына юлланды. Төнөн ысынлап та, йоҡо теймәне шул.
Доң-доң-доң! Карауат янындағы ултырғыста ятҡан яңы лампочка иҙәнгә тәгәрәп төшөп ярылды. Доң-доң-доң! Бығаса күҙҙәрен дә асырға йыбанып ятҡан Дим йылмая-йылмая ҡорғанын асты. Тик тәҙрә аша Гөл нуры түгел, полиция машинаһының мигалка нуры күҙгә салынды. Ҡояш байый, был әҙәмдәр ҙә байырға килгәнме икән?
–Һаумыһығыҙ, участка полицияһы Ахунйәнов. Был һеҙҙең йортоғоҙмо?
– Эйе, әй, юҡ. Мин бында ҡуртымға йәшәйем.
– Исемең кем һуң?
– ¬Дим.
– Ҡара, Дим, кисә киске ун бер тирәһендә нимә эшләнең? Бында булдыңмы?
– Эйе, йоҡлай инем.
– Әле нимә эшләнең? Оҙаҡ асманың.
– Әле лә йоҡлай инем,– Дим бер аҙ уңайһыҙланып ҡуйҙы.
– Сәйер, бик сәйер… Йоҡланым, тиһең. Йоҡо аралаш бер ниндәй ҙә тауыштар ишетмәнеңме? Бәлки кемдер ҡысҡырғандыр?
– Юҡ, мин кисә бер тәүлек эштә булғандан һуң арып ҡайттым һәм шунда уҡ йоҡларға яттым. Бер нәмә лә ишетмәнем. Ә нимә булды?
– Ҡаршылағы күп фатирлы йортта йәшәгән 12 йәшлек малай юғалған. Беҙ, ғәҙәттә, өс көн үтмәйсә кеше юғалыу тураһында ғариза ҡабул итмәйбеҙ, әммә бөгөн һинең өйөң тапҡырында ғына, күлдә уның кейем йыртыҡтары табылды. Яҡын-тирәләге йорт хужалары 23:00 тирәһендә ҡысҡырыу ишеттек, тиҙәр. Ә һин, тимәк, ишетмәгәнһең?
– Әйттем бит, ишетмәнем…
– Индерәһеңме, өйөңдө ҡарап сығырға ине.
– Рәхим итегеҙ!
Лейтенант аяҡ кейемен сисеп тормай бүлмә уртаһына үтте. Офоҡ артына йәшенә башлаған ҡояш яҡтыһы күҙҙе ауырттыра. Ахунйәнов ут тоҡандырырға тип һүндергескә баҫты. Люстраның яуабы юҡ.
– Утһыҙ ултыраһыңмы әллә? – тине ул ҡайышында эленеп торған фонарикты ысҡындырып.
– Эйе, кисә лампочканың ҡылы өҙөлдө, бороп ҡуйырға яңыһын әле алманым.
Ахунйәнов фонарик яҡтыһында күҙе менән бүлмәне байҡауын дауам итте. Бер-ике тапҡыр карауат янында ярылып ятҡан лампочкаға ҡарап-ҡарап алды ла, Димгә боролоп өндәште:
– Ҡарале, минең телефон номерын яҙып ал, бер-бер хәл булһа, шунда уҡ шылтыратып хәбәр ит. Бында минең күҙ-ҡолағым бул.
Лейтенант номерын яҙҙыртҡас та, хушлашмайынса өйҙән сығырға итте. Ишек төбөндә ниҙер хәтерләп туҡтаны ла, кире боролоп өҫтәлдә ҡағыҙ ҡалдырҙы. Баяғы малайҙың фотоһы һәм ҡылыҡһырламаһы. Дим уға ҡарамаҫҡа тырышып брошюраны сүп-сар кәрзиненә ташланы.
Бөтөнләй ҡараңғылай башланы. Яҡындағы көнкүреш тауарҙары магазинына барып етеп яңы лампочка алырға кәрәк. Ә бәлки солан тумбочкаһында тағы берәү барҙыр? Юҡ, Дим уны асып та торманы. Уға тышҡа сығыр өсөн һылтау кәрәк. Былай ҙа ҡасанан бирле саф һауа һулағаны юҡ. Асыҡтырған да, бешеренә башлаһаң төн етә, ә лампочка үҙенән-үҙе янып китмәҫ.
Эңер. Офоҡ был мәлдә ғәжәп төҫтәргә буялып төрлө сүрәттәргә инә. Ҡаршылағы ике күп ҡатлы йорт булмаһа, күренеш тағы ла матурыраҡ булыр ине. Уң яҡтағы, төҙөлөп бөткәне һәм кешеләр йәшәгәне, инде үҙ уттарын тоҡандырған, ә һулдағыһы, әле төҙөлөп бөтмәгәне, тәҙрә булырға тейешле урындан ҡояш нурын үткәреп пейзажға ниндәйҙер йәм өҫтәй, тип әйтергә була. Дим ишеген бикләп боролоу менән ҡолап китә яҙҙы, тупһа төбөндә генә Тамара әбей артыш яндырып өшкөрөнөп йөрөй. Си Цзиньпин урамында ҡапҡа, заборҙар тыш яҡтан ғына бар ул. Ә урам эсендәгеләре күптән сереп бөткән, кеме бөтөнләй төҙөмәгән. Тау битләүе бит, унда былай ҙа йөрөүе ауыр, баҡса сәсеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Шуға күрә күршеләр ҙур коммуна кеүек йәшәй.
– Тамара инәй, нимә эшләйһегеҙ ул?
– Айналайым! Айналайым! – төтәгән арыш ботағын солан ярығына ҡыҫтырып ҡуйҙы. – Төнгә ҡарай ҡайҙа сығып бараһың?
– Лампочка алырға ине, шуға магазинға сыҡтым.
– Оҙаҡ йөрөмә, был һаҫыҡ күлгә албаҫты эйәләгән. Үҙем күрҙем, шунда сәсен тарап ултыра ине. Теге малайҙы ла шул күкрәге менән баҫып үлтергән. Һиңә ҡыҙ ҡиәфәтенә инеп яҡынлаһа, өйөңә индерә күрмә! Яңғыҙҙарҙы ярата ул. “Ҡайҙан килдең, шунда кит!” – тип ҡысҡыр. Мине һораһа өйҙә юҡмын, уны күрмәнем, тиң. Барыбер ишек асмайым. Кисә башта миңә килеп киткәйне. Әбей көсһөҙ, тип уйлағандыр.
Ҡарсыҡ үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә өйөнә табан атланы. Дим көлмәҫкә тырышып, Тамара менән ризалашты, әммә ул арты менән боролғас та артышты һүндерергә тотондо. Еҫе тәмле, әлбиттә, әммә уты таҡта соланға күсеп ҡуймаһын. Бындай күрше менән йәнәш торғанда дүрт күҙ менән тирә-йүнде ҡарарға кәрәк, йолаларын үтәйем тип янғын сығарып ҡуймаһын. Албаҫты, имеш. Цивилизация етеү менән барлыҡ мифик заттар күптән ҡаланан тайған инде. Ололар быны шайтандарҙың техник прогрестан ҡурҡыуы менән аңлата. Дим фекеренсә,боронғо ышаныуҙарҙы фән һәм логика юҡ иткән. Әммә ҡайһы саҡ ҡала урамдарында ниндәй генә персонаждар осрап ҡуймай.
Бынау урамда йәшәгән кәнтәйҙе генә алайыҡ. Дим ҡапҡа артына сығыу менән уны күреп ҡалды. Быҙау ҙурлығындай аҡ этте нисек күрмәҫһең? Быуаҙ сағында ул бөтөнләй йыуанайып китә. Бәлки, ул да берәй ен-пәрей малылыр? Дим бында бер йыл йәшәй, ә кәнтәй хужаһын һаман асыҡлай алмай, ул йә бер өй алдында, йә икенсе өй алдындағы ағас төбөндә ята. Эт һирәк өрә, әммә өрә башлаһа янына килеүе лә, урамда йөрөүе лә ҡурҡыныс була. Уның башында ниҙәр булғанын белеп булмай бит. Бөгөн, ярай, шым ята. Дим ҡулдарын кеҫәһенә тығып сауҙа үҙәге яғына атланы.
Көҙҙөң сағыу мәле. Ағастарҙың япраҡтары тулыһынса һарғайған, әммә ергә ҡойолмай, ҡупшы ғына булып тора бирәләр. Ботаҡтар араһында йәшенгән прожекторҙар ҙа шундай уҡ һарғылт нур һибә. Японияға кешеләр сакура сәскә атҡан мәлгә барып хайран ҡалһа, Си Цзиньпин урамына көҙөн килеүселәр шулай уҡ ғәжәпләнеүен тыя алмаҫ.
Димдең башында күрше әбейҙең хәбәре уралды. Бит донъяға уның күҙлегенән ҡараһаң, Өфө урамдарында, ысынлап та, мифик заттарҙы осратырға мөмкин. Киске ваҡытта парк буйлап йүгерергә сыҡҡан ҙур мускуллы ир торғаны менән алпамыша, ә күптән түгел янғын һөҙөмтәһендә буш ҡалған ярым емерек йорт янында торған аҡ плащлы ҡарт – өй эйәһе.
Был кисен Димгә осраған ҡатын айырыуса әкиәттәге әҙәмдәрҙең береһенә оҡшаған ине. Әйтерһең дә, күл параллель донъяға ишек асҡан һәм хәҙер унан теләһә кемдәр иреккә сыға. Фастфуд һатҡан кафела ултырған ҡарсыҡ тураһында һүҙ. Ябай ҡарсыҡ түгел ул, торғаны менән убыр. Урынды ишек төбөнән алғанға һәр инеүсе һәм сығыусы менән иҫәнләшеп ултыра. Ашарға алыусыларҙы ла йылтыр күҙҙәре менән оҙатып уларға ниндәйҙер һүҙ өндәшә. “Эх, йәштәр, ҡалай тәмле нәмә ашайһығыҙ”, “Ҡана, бургер төргән ҡағыҙҙы ялап ҡуяйым”, “Миндә лә май булһа, ошолай тәмле бешерә беләм”. Һуңғы һүҙҙәр Димгә ҡарап әйтелгәйне. Егет унан ерәнеп ҡуйҙы: бахыр, асығып ултыралыр, тик мин барыбер бүлешмәйем. Убыр күпмелер ваҡыт Димгә ҡарап, уның сәйнәгәнен күҙҙәре менән йотоп ултырҙы, аҙаҡ йәштәр бушатҡан өҫтәлдә ятҡан ҡалдыҡтар яғына юлланды. Аппетит боҙолдо, әлбиттә, әммә Димдең ашҡаҙанына үлмәҫлек ризыҡ төштө, сәфәрҙе дауам итергә кәрәк. Лампочка алырға сыҡты бит.
Сауҙа үҙәгендәге “Барыһы ла 50 һумға” тигән ерҙән әйберен алғандан һуң Дим иғтибарын күрше кибеткә йүнәлтте. Бында ҡорал һаталар. Ул йыш ҡына эсенә инеп төрлө бысаҡ, пистолеттар ҡарарға ярата. Кеҫәлә аҡса бар, әлбиттә, әммә уйынсыҡ өсөн меңәрләгән һум ҡалдырыу нисектер дөрөҫ тойолмай. Тик бөгөн икенсе осраҡ. Кисәге ҡысҡырыу тауышын һәм өй тапҡырында табылған малай кейеме тураһындағы уйҙарҙан һуң, Дим үҙенә пистолет алып ҡуйҙы. Был модель мөмкин тиклем ысын ҡоралға оҡшаған һәм көслө тауыш сығара. Яраламаһа, ҡурҡытыр. Исмаһам, быҙауға оҡшаш кәнтәй янынан үтеүе ҡурҡыныс булмаҫ.