Литмир - Электронная Библиотека

Кәбиров Марат

Страница автора на языке: Башкирский
Средняя оценка книг:
Пол: мужской
Дата рождения: 23 август 1970
Мой статус автора:
Выбрать действие для автора  
Об авторе:


Кәбиров Марат Рәфил улы (23 август 1970 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм сценарист.



Марат Рәфил улы Кәбиров 1970 йылдың 23 авгусында Татар АССР-ының Аҡтаныш районы Сураҡай ауылында тыуған .



Шағирҙың әсәһе Солтанова Әнузә Әмирйән ҡыҙы, ире үлгәндән һуң Башҡортостандың Илеш районындағы үҙенең тыуған ауылына ҡайта һәм бөтә ғүмере буйына колхозда эшләй.



Һеңрән ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Марат Үрге Йәркәй профессиональ техник училищеһына уҡырға инә. Төркөм старостаһы була. Спорт ярыштарында ҡатнаша.



Бер йыл колхозда эшләй һәм 1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә. Беренсе курстан һуң, ғаилә хәле буйынса, уҡыуын ҡалдыра һәм «Башҡортостан пионеры» балалар гәзитендә эшләй башлай. Бер йылдан яңы ғына асылған «Өмөт» татар гәзитенә күсә, унда 2000 йылға тиклем эшләй. Махсус хәбәрсе, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең «ҡыҙыу нөктәләрендә» оҙайлы ижади командировкаларҙа була.



1993—1999 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында ситтән тороп уҡый.



1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.



2000—2012 йылдарҙа Хәниә Фәрхиҙең «Байрам» ансамблендә һәм Ризуан Хәкимовтың «Нәфисә» ансамблендә эшләй.



2009 йылда Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.



Әҫәрҙәре 1985 йылдан алып Башҡортостан һәм Татарстан баҫмаларында донъя күрә. Шағир, прозаик, юморист һәм сценарист булараҡ билдәлелек ала. Бер нисә шиғыр йыйынтығы сығара. Хәниә Фәрхи, Гүзәл Уразова, Ризуан Хәкимов, Айҙар Ғәлимов кеүек күп кенә хәҙерге заман эстрада йырсыларының концерттары Марат Кәбиров сценарийына нигеҙләнгән. Ул үҙе шулай уҡ күп кенә йыр текстары авторы. Бынан тыш ике йөҙ самаһы хикәйә, бер нисә тиҫтә повесть һәм романдар яҙған.



2000-се йылдарҙа Интернетта үҙенең рәсми сайтын аса һәм pdf, exe, chm, fb2, mobi, epub форматтарында татар телендә цифрлы китап эшләй башлай. Уның етәкселегендә татар цифрлы китаптар интернет-нәшриәте һәм WebKitap сауҙа майҙансығы булдырыла, унда һәр яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрен ҡуя ала.

Название книгиНазвание книгиОценкаОценкаКол-во оценокCтатусДата добавленияAdd time stampЖанрСтр./Год/ЯзыкСтраницСерияГодЯзыкДобавил
Тик син генә…0 (0) 0002.02.2022,
06:36
1643783779Фантастика8/-/RU8RU
Киллер0 (0) 0013.05.2021,
16:33
1620919997Детективы7/-/RU7RU
Кайту0 (0) 0012.05.2021,
01:34
1620779691Историческая литература8/-/RU8RU
Китап (роман)0 (0) 0030.11.2019,
21:38
1575149889Фэнтези13/-/RU13RU
Сагындым. Кайт инде0 (0) 0030.11.2019,
03:30
1575084602Фантастика8/-/RU8RU
Убырлар уянган чак0 (0) 0030.11.2019,
00:38
1575074312Ужасы / мистика13/-/RU13RU
Мәхәббәт яңгыры0 (0) 0029.11.2019,
21:39
1575063586Любовные романы6/-/RU6RU
Өрәк җаны0 (0) 0029.11.2019,
18:33
1575052404Приключения4/-/RU4RU
{"id":"307365","o":50}